11 декабрь, Йәкшәмбе

11 апрель 2012 йыл, 15:19

«Шүлгәнташ» ҡурсаулығы ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫының яҡынса исемлегенә индерелде

автор: Тимур Рәхмәтуллин

«Шүлгәнташ» дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫының яҡынса исемлегенә индерелде, тип хәбәр итте бөгөн «Ижтимағи электрон гәзит»тә үткән онлайн-конференцияла Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетының башҡарма директоры Өлфәт Йомағужин.

— ЮНЕСКО-ның Париждағы штаб-фатирынан был объекттың ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫының яҡынса исемлегенә индерелеүе тураһында хәбәр килде, — тине Өлфәт Йомағужин. – Алда беҙҙе рус һәм инглиз телдәрендә яңы фәнни досье әҙерләү буйынса ҙур эш көтә.

Объект Бөтә донъя мираҫының даими исемлегенә индерелһә, Өлфәт Йомағужин фекеренсә, «Шүлгәнташ» халыҡ-ара һаҡлауға ҡуйыласаҡ. Башҡортостан һәм Рәсәй етәкселегенә финанс, фәнни һәм мәғлүмәти-мәҙәни ярҙам итеү сараларын ҡабул итеү буйынса рекомендациялар йүнәлтеләсәк. Был, үҙ сиратында, республикаға туристарҙың, эшлекле даирәнең иғтибарын йәлеп итәсәк. Объект тирәләй урындағы халыҡ менән «хеҙмәттәшлек итеү зонаһы» булдырыласаҡ. Атап әйткәндә, ҡурсаулыҡ эргәһендә урындағы халыҡ еләк йыя, бесән саба аласаҡ.

Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, Рәсәйҙә ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегендә 21 объект иҫәпләнә.