11 декабрь, Йәкшәмбе

11 апрель 2012 йыл, 15:14

Транспорт һалымы экологик йыйымға алмаштырыласаҡ

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Транспорт һалымы Рәсәйҙә әкренләп экологик йыйымға алмаштырыласаҡ. Был турала Тольяттиҙа Рәсәйҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеү шарттарында автомобиль тармағын үҫтереү мәсьәләһенә арналған кәңәшмәлә Премьер-министр Владимир Путин белдерҙе. Премьер әйтеүенсә, тәү сиратта был йөк автомобилдәренә, автобустарға, коммерция транспортына ҡағыласаҡ.

Йәнә Владимир Путин автобустарҙы һәм йөк машиналарын эксплуатациялау срогын сикләү идеяһын яҡлап сыҡты. «Миҫал өсөн, автобустар паркының 50 проценттан күберәге 15 йылдан ашыу хеҙмәт иткән, Европанан күршеләребеҙҙең автобустары хәүефһеҙлек күҙлегенән сығып һәр 10 йыл һайын яңыртыла. Ҡайһы бер илдәрҙә пассажирҙар ташыу өсөн 10 йылдан артыҡ ҡулланылған автобустарҙы файҙаланыу бөтөнләй тыйылған», — тип премьерҙың һүҙҙәренән өҙөмтә килтерә «Гарант» мәғлүмәт-хоҡуҡ порталы.

Автобус паркын яңыртыу өсөн Хөкүмәт башлығы төбәктәргә өҫтәмә субсидиялар бүлергә тәҡдим итте, тик бының төп шарты — транспорт саралары иң таҙа яғыулыҡ төрө һаналған газға күсерелергә тейеш.