10 декабрь, Шәмбе

11 апрель 2012 йыл, 13:36

Торлаҡты ҡуртымға алыу хаҡы йыл башынан алып 6 процентҡа артҡан

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Өфөлә торлаҡты ҡуртымға алыу буйынса уртаса хаҡ өс айҙа 6 процентҡа артып, март аҙағында бөтә төрҙәге фатирҙар буйынса айына 14600 һумға еткән. Йыл башынан алып бер бүлмәле фатирҙарҙы ҡуртымға алыу хаҡы – 6,5 процентҡа, өс бүлмәлеләр буйынса – 5 процентҡа, ике бүлмәлеләр буйынса 3,2 процентҡа ҡайбатланған. Элиталы торлаҡты ҡуртымға алыу өсөн кәм тигәндә 33 мең һум түләргә кәрәк.

Ҡуртым ставкаһы буйынса әүәлгесә ҡала үҙәге лидер булып ҡала. Икенсе урын — Йәшел сауҡалыҡ һәм Октябрь проспектында. Баш ҡала үҙәгендәге фатирҙы уртаса алғанда айына 19300 һумға ҡуртымға алырға мөмкин. Иң арзан фатир – Черниковкала, айлыҡ түләүҙәр бында 13300 һумға төшәсәк.

Күсемһеҙ милек агентлыҡтарының береһенең мәғлүмәттәренә ярашлы, фатирҙарға һорау ҙур, шулай ҙа был миҙгелдә һорауҙың бер аҙ кәмеүе күҙәтелә. Күсемһеҙ милек баҙары белгестәре бөтә сегменттарҙа ла тиерлек тәҡдимдәрҙең аҙ булыуын билдәләй.