10 декабрь, Шәмбе

11 апрель 2012 йыл, 13:10

Урал аръяғында умартасылыҡты үҫтереү буйынса семинарҙар үтте

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостан Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге Урал аръяғында — Бөрйән, Учалы, Әбйәлил һәм Ейәнсура райондарында умартасылыҡты үҫтереү мәсьәләләре буйынса семинар-кәңәшмә үткәрҙе. Унда ҡортсолар, ветеринар хеҙмәт, урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре, муниципаль район хакимиәте вәкилдәре, сауҙа предприятиелары етәкселәре һәм мәктәп директорҙары тармаҡтың проблемалы мәсьәләләрен тикшерҙе.

Башҡортостан Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге ғалимдары тармаҡты үҫтереүҙең перспективалы пландары, һәр районда бал ҡорттарын аҫрау технологияларының үҙенсәлектәре тураһында һөйләне, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. Белгестәр бал ҡорттары ауырыуҙарын иҫкәртеү һәм дауалау, умарталыҡта яҙғы эштәрҙе үткәреү буйынса кәңәштәр биргән.

Семинарҙа башҡорт тоҡомло бал ҡорттарын үрсетеү буйынса тоҡомсолоҡ репродукторы ойоштороласаҡ хужалыҡтар билдәләнгән. Улар төбәктәге умарталыҡтарҙы күстәр һәм инә ҡорттар менән тәьмин итәсәк. Йәнә һәр райондың мәктәптәрендә умартасылыҡ буйынса уҡытыуҙы ойоштороу мәсьәләһе ҡаралған.

Аҙна аҙағына тиклем ошондай уҡ семинарҙар Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр райондарында ла үткәреләсәк.