7 декабрь, Шаршамбы

11 апрель 2012 йыл, 13:00

Өфөнән өс егет «Санкт-Петербургтың ҙур призы» халыҡ-ара хоккей турнирында сығыш яһаясаҡ

автор: Дмитрий Слезин

11-14 апрелдә «Санкт-Петербургтың ҙур призы» халыҡ-ара хоккей турниры үтәсәк. Боҙ майҙандарында Словакия, Финляндия, Чехия, Швециянан 20 йәшкә тиклемге спортсылар, шулай уҡ Рәсәйҙең һәм Санкт-Петербургтың үҙенең йәштәр йыйылма командалары осрашасаҡ.

Рәсәй командаһы составында Өфөнөң «Толпар» хоккей клубынан да уйынсылар бар. Улар – Алексей Василевский, Азат Мәзитов, Булат Хамматов.

Рәсәй командаһы Словакия һәм Финляндия менән төркөмгә эләкте.

Матчтар теҙмәһе:

11 апрель:

Санкт-Петербург – Чехия; Рәсәй – Финляндия.

12 апрель:

Чехия – Швеция; Рәсәй – Словакия.

13 апрель:

Финляндия – Словакия; Швеция – Санкт-Петербург.