3 декабрь, Шәмбе

11 апрель 2012 йыл, 12:42

Мәләүез районы аграрийҙары үләндәрҙе туҡландырыуға төштө

автор: Ғәлиә Нәбиева

Мәләүез районында күп йыллыҡ үләндәрҙе туҡландырыуға төштөләр. Ике ауыл хужалығы предприятиеһы баҫыуға техникаһын сығарған.  

— Үләндәрҙе тәьҫирле матдәлә гектарына 30 кг иҫәбенән аммиак селитраһы менән туҡландырабыҙ, — тип асыҡлап китте муниципалитеттың ауыл хужалығы идаралығы баш агрономы Валерий Ульянкин.

Аҙна аҙағына район аграрийҙары ужым культураларын туҡландырыуға төшөргә иҫәп тота. Ужым баҫыуҙары районда 16700 гектарҙы биләй. Страховка сәсеүлектәренең барыһы ла туҡландырыласаҡ. Әле ауыл эшсәндәре ужым сәсеүлектәренә ревизия үткәрә. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 3650 гектарҙағы культуралар ҡар ҡатламының йоҡа булыуы арҡаһында һәләк булған. Бында яңынан сәсергә тура киләсәк.  

— Ҡайтанан сәсеүгә етерлек күләмдә орлоҡ бар. Беҙ планға ҡарата 115% орлоҡто һаҡлауға һалдыҡ, шуға күрә кәрәк булғанда башҡа райондарҙың ауыл хужалығы предприятиеларына ла орлоҡ менән ярҙам итә алабыҙ, — тине Валерий Ульянкин.

Баш агроном әйтеүенсә, ҙур предприятиеларҙың барыһы ла ужым сәсеүлектәрен страховкалаған.

Сәсеү алдынан район игенселәре орлоҡто ағыулау эштәрен башлаған. Орлоҡтоң әле 1700 тоннаһы ауырыуҙарҙан һәм ҡоротҡостарҙан һаҡлаусы махсус препараттар менән эшкәртелгән.  

Параллель рәүештә ашламалар һәм яғыулыҡ-майлау материалдарын ҡайтарыу эштәре лә дауам итә. Ауыл хужалығы предприятиеларында дәүләт техник тикшереүе тамамлана. Сәсеү кампанияһында ҡатнашасаҡ 449 тракторҙың 98 проценты сәсеүгә әҙер.