8 декабрь, Кесе йома

11 апрель 2012 йыл, 12:32

Юл хужалыҡтары эшмәкәрлеген иң яҡшы яҡтыртыуға конкурс иғлан ителде

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Башҡортостан журналистары «Һамар-Өфө-Силәбе» автомобиль магистрале идаралығы һәм подряд ойошмалары эшмәкәрлеген иң яҡшы яҡтыртыуға конкурста ҡатнашыуға саҡырыла. Йыл һайын үткәрелеүсе һөнәри бәйге башланыуы хаҡында юл ведомствоһы сайтында хәбәр ителә.

Жюри киң мәғлүмәт сараларында 2012 йылда донъя күргән материалдарҙы ҡараясаҡ. Еңеүселәр дүрт төп номинация буйынса билдәләнәсәк. Улар — «Баҫма матбуғатта иң яҡшы журналист эше», «Телевидениела иң яҡшы журналист эше», «Радиола иң яҡшы журналист эше» һәм «Интернет баҫмаларҙа иң яҡшы журналист эше».

Конкурс материалдары 2012 йылдың 30 декабренә тиклем ҡабул ителәсәк. Бәйгегә йомғаҡ 2013 йылдың ғинуарында яһаласаҡ.