8 декабрь, Кесе йома

11 апрель 2012 йыл, 12:16

Йәрмәкәй һәм Миәкә райондарындағы ташҡын Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының контролендә ҡала

автор: Ғәлиә Нәбиева

Йәрмәкәй (Йәрмәкәй, Рәтамаҡ ауылдары) һәм Миәкә (Мәнәүезтамаҡ ауылы) райондарындағы ташҡын Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы контролендә ҡала.

Йәрмәкәйҙә һыу кимәле 30 сантиметрға төшкән. Әлеге ваҡытта ул 260 сантиметрға тиң, тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә. Миәкә районында һыу әүәлге кимәлдә ҡалған, һыу күтәрелеүе күҙәтелмәй. Әле һыу кимәле 295 сантиметрҙы тәшкил итә.

Һыу баҫҡан зонанан 429 кеше, шул иҫәптән 104 бала эвакуацияланған. Улар барыһы ла туғандарында һәм ваҡытлыса йәшәү пункттарында урынлаштырылған. Халыҡ эсәр һыу һәм аҙыҡ-түлек менән тәьмин ителгән.