9 декабрь, Йома

11 апрель 2012 йыл, 12:02

Калинин районының иң яҡшы эшселәре наградалар алды

автор: Любовь Колоколова

Өфө ҡалаһының Калинин районына 60 йыл тулыу уңайынан үткәрелгән тантаналы сарала райондың иң яҡшы алты эшсеһе Башҡортостан Республикаһының Почет грамоталары менән бүләкләнде, биш кеше атҡаҙанған хеҙмәткәр исеменә лайыҡ булды. Наградаларҙы Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе Александр Балабанов тапшырҙы.

Калинин районынан йәнә ете кеше «Танылыу» ижтимағи-эшлекле премияһы менән наградланды. Уны район хакимиәте башлығы Герман Мартынов тапшырҙы.

Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов үҙенең сығышында Калинин районының иҡтисад, социаль өлкәләрҙәге ҡаҙаныштарын билдәләне һәм районға бүләккә заманса сүп-сар йыйыу техникаһы бирелеүе хаҡында әйтте. Ә Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенән бүләккә район автобус алды.

Сара аҙағында район тураһында яңы йыр яңғыраны. Олимпиадаларҙа, спорт ярыштарында, музыкаль фестивалдәрҙә, «Иң яҡшы эшсе ҡатын-ҡыҙ — 2011», «Мисс Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе – 2011» һөнәри конкурстарында еңеүселәр, шулай уҡ «Иң яҡшы йәш ғаилә — 2011» конкурсы призерҙары сәхнәгә күтәрелде. Әйткәндәй, биш йыл эсендә районда 8187 ғаилә теркәлгән, 12752 бала тыуған.