4 декабрь, Йәкшәмбе

11 апрель 2012 йыл, 11:23

Башҡортостан транспортта хәүефһеҙлек мәсьәләләренә арналған халыҡ-ара форумда ҡатнаша

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

«Транспортта хәүефһеҙлек» II халыҡ-ара форумында тармаҡтың төп эксперттары халыҡ-ара хәүефһеҙ транспорт мөхитен булдырыуға бәйле саралар комплексын тикшерәсәк. Форум 2012 йылдың 19-21 апрелендә Санкт-Петербургта үткәрелә, тип хәбәр итә БР Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты.

Унда федераль һәм төбәк власы органдары вәкилдәре, диңгеҙ порттарының, аэропорттарҙың, тимер юл вокзалдары һәм транспорт компанияларының топ-менеджменты, транспорт хәүефһеҙлеге ҡорамалдары һәм системаларын уйлап табыусылар һәм етештереүселәр, консалтинг структуралар, банктар, страховкалау компаниялары вәкилдәре, шулай уҡ профилле фәнни-тикшеренеү, проекттар төҙөү һәм йәмәғәт ойошмалары белгестәре ҡатнашасаҡ.  

Сит ил коммерция структуралары, илселек, консуллыҡ вәкилдәре лә көтөлә.

Форумдың эшлекле программаһы сиктәрендә Рәсәйҙең халыҡ-ара транспорт системаһына ҡушылыу, транспортта халыҡтың хәүефһеҙлеген комплекслы тәьмин итеү программаһын тормошҡа ашырыу, интеллектуаль системаларҙы ҡулланылышҡа индереү (шул иҫәптән ГЛОНАСС базаһында), террористик хәүефтәргә ҡаршы тороу, юғары квалификациялы персонал әҙерләү мәсьәләләре тикшереләсәк.

Быйыл эш программаһына күргәҙмә лә индерелгән, унда индустрияның һуңғы ҡаҙаныштары күрһәтеләсәк. Экспоненттар комплекслы хәүефһеҙлек системаларын, техник һаҡлау средстволарын, интеллектуаль элемтә һәм контроль системаларын, янғындан һаҡлау тауарҙары һәм авария-ҡотҡарыу техникаһын, хәүефле йөктәрҙе ташыу технологияларын, шулай уҡ контртеррористик саралар, сертификация һәм хәүефһеҙлекте тикшереү, хеҙмәт һәм сәләмәтлек һаҡлау, белем биреү һәм белгестәрҙе ҡайтанан әҙерләү өлкәһендәге алдынғы эшләнмәләрен тәҡдим итәсәк.

РФ субъекттарының экспозициялары ватан һәм сит ил инвесторҙарын төбәктәрҙең ҡеүәттәре менән таныштырырға мөмкинлек бирәсәк.

— Форумдың резолюцияһы хәүефһеҙлек аспектында транспорт тармағын дәүләт көйләүе һәм был өлкәгә бәйле закондарҙы камиллаштырыу өсөн РФ Дәүләт Думаһының профилле комитеттарына, министрлыҡ һәм ведомстволарға ебәреләсәк, — тип хәбәр ителә БР Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты сайтында.