5 декабрь, Дүшәмбе

11 апрель 2012 йыл, 11:16

2012 йылға эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса республика программаһы раҫланды

автор: Любовь Колоколова

Республика Хөкүмәте ҡарары менән 2012 йылға Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереү буйынса республика программаһы раҫланды.

Программа республика бюджетынан – 100 миллион һум, федераль бюджеттан 300 миллион һум күләмендә йәлеп ителгән средстволар иҫәбенә тормошҡа ашырыласаҡ.

Программаға ярашлы, бәләкәй бизнесҡа финанс ярҙам күрһәтеүҙе муниципалитет кимәленә күсереү дауам ителәсәк.

Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, 2012 йыл Программаһында ярҙамдың яңы төрҙәре лә ҡаралған. Тәү сиратта был инфраструктура ойошмаларының Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеү һәм үҫтереү мәсьәләләре буйынса проекттарҙы тормошҡа ашырыуға бәйле сығымдарының бер өлөшөн субсидиялау. Был маҡсаттарға өс миллион һумдан ашыу аҡса бүленәсәк, ойошмалар конкурс буйынса һайлап алынасаҡ.

Лизинг түләүҙәренең бер өлөшөн субсидиялау, шул иҫәптән беренсе иғәнә өсөн түләү ярҙамында лизингты үҫтереүгә финанс ярҙам күрһәтеүгә айырыуса иғтибар бүленә. 2012 йыл программаһында ярҙамдың был төрө яңы эш башлаған эшҡыуарҙарға лизинг килешеүен төҙөгәндә беренсе иғәнә түләү өсөн гранттар менән киңәйтелгән.

Бынан тыш, йәштәр эшҡыуарлығының яңы эш башлаған субъекттары – һөнәри белем биреү учреждениеларын тамамлаусылар һәм студенттар айырым төркөмгә бүленде. Уларға бизнес башлау өсөн гранттар бүленәсәк.

Программаның тулы тексы БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетының рәсми сайтында урынлаштырылған.