9 декабрь, Йома

11 апрель 2012 йыл, 10:02

Өфөлө Лимма Сержанина Башҡортостандың иң яҡшы уҡытыусыһы тип танылды

автор: Ольга Мортазина | фото: Олег Яровиков

Өфөнөң 107-се мәктәбенән башланғыс кластар уҡытыусыһы «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы-2012» конкурсында абсолют еңеүсе тип танылды. Республика уҡытыусыларының төп һөнәри бәйгеһе һөҙөмтәләре бөгөн тантаналы сарала әйтеп ишеттерелде.

Сәхнәгә «Иң яҡшы инновацион дәрес», «Уҡытыусылар нәҫелен дауам итеү һәм иң яҡшы һөнәри сифаттарҙы үҫтереү», «Методик оҫталыҡтың «юғары кимәле», «Интернет-форумда иң әүҙем ҡатнашыусы», «Һөнәргә тоғролоҡ өсөн», «Халыҡ традицияларын һаҡлаған һәм милли мәҙәниәтте үҫтергән өсөн», «Һәләтле балалар менән эшләүҙә юғары ҡаҙаныштар өсөн», «Илһам һәм педагогик оҫталыҡ» номинацияларында еңеүселәр саҡырылды.

Өфөнөң 59-сы мәктәбе уҡытыусыһы Әлфирә Бабикова иң яҡшы рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булды. Ә иң яҡшы татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы тип Яңауыл районынан Айгөл Мәрҙәнова табылды.

Еңеүселәрҙе мәғариф министры Әлфис Ғаязов, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, Дәүләт Йыйылышының Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Эльвира Юнысова, республиканың юғары уҡыу йорттары ректорҙары һәм проректорҙары ҡотланы.

Башҡортостан Хөкүмәте исеменән уҡытыусыларҙы Премьер-министр урынбаҫары Салауат Сәғитов сәләмләне. Статистикаға ярашлы, «республикала миллиондан ашыу кеше мәғариф өлкәһендә мәшғүл. Белем биреү төбәктә лайыҡлы кимәлдә булһын өсөн был системала күп эштәр башҡарыла. Республика Хөкүмәте лә был йәһәттән күп нәмә эшләй. Былтыр уҡытыусыларҙың эш хаҡын арттырырға тырыштыҡ. Башҡортостан Президенты, Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡушыуы буйынса уҡытыусыларҙың уртаса хеҙмәт хаҡын иҡтисади өлкәләге уртаса күрһәткестәргә еткерергә тырышабыҙ», — тип хәбәр итте вице-премьер. Салауат Сәғитов конкурста еңеүсенең исемен әйтте:

— Ул Өфө ҡалаһы Совет районындағы 107-се лицейҙың башланғыс кластар уҡытыусыһы Лимма Баязит ҡыҙы Сержанина!

— Барлыҡ ҡатнашыусыларҙы ла байрам менән ҡотлайым, — тине бәйгелә еңеүсе, сараны ойоштороусыларға, үҙенең уҡытыусыларына, хеҙмәттәштәренә, ярҙамсыларына, әсәһенә һәм улына рәхмәт әйтеп. – Хәрби хеҙмәткәрҙәр «Ватанға хеҙмәт итәм» тиһә, мин: «Балаларға хеҙмәт итәм!» тип әйтәм, — тип тамамланы һүҙен Лимма Сержанина.