3 декабрь, Шәмбе

11 апрель 2012 йыл, 10:01

«Салауат Юлаев» хоккей клубының президенты итеп Юрий Пустовгаров һайланды

автор: Дмитрий Слезин

«Салауат Юлаев» хоккей клубы идараһында үҙгәрештәр булып үтте. Уның составына БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы башлығы Юрий Пустовгаров индерелде, ул йәнә Идара рәйесе – «Салауат Юлаев» хоккей клубы» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының президенты итеп һайланды.

Павел Качкаев үҙ теләге менән Идара рәйесе –  «Салауат Юлаев» президенты вазифаһынан бушатылды, шулай ҙа ойошма ағзаһы булып ҡалды. Шулай уҡ Идара составынан Виктор Палагин сығарылды.

Клубтың рәсми сайтында хәбәр ителеүенсә, «Салауат Юлаев» баш тренер Венер Сафин, өлкән тренер Владимир Юрзинов һәм тренер Василий Чижов менән контракттарҙы оҙайтты. Килешеүҙәр ике йылға иҫәпләнгән.