10 декабрь, Шәмбе

11 апрель 2012 йыл, 9:36

«Ҙур химия» Башҡортостандағы нефть һәм газ химияһы комплексының перспективаларын билдәләргә ярҙам итәсәк

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Өфөлә Башҡортостандағы нефть һәм газ химияһы комплексының төп проблемалары һәм уны үҫтереү йүнәлештәре тикшереләсәк. Был өлкәләге ҙур күләмдәге теоретик эштәрҙе республиканың баш ҡалаһында 17-18 майҙа үтәсәк «Ҙур химия» икенсе халыҡ-ара форумы сиктәрендә үткәреү планлаштырыла.

Бынан тыш, «Ҙур химия» төбәктең индустриаль парктары һәм бөтә донъя химия баҙарының төп тенденциялары нигеҙендә дәүләт-шәхси партнерлығын тормошҡа ашырыуға бәйле мәсьәләләр хәл ителәсәк мөһим майҙансыҡҡа әйләнәсәк. Стратегик программа сиктәрендә республика компаниялары үҙҙәренең 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән инвестицион проекттары тураһында мәғлүмәт бирәсәк. Ошо уҡ ваҡытта үткәрелеүсе техник һәм фәнни секциялар ултырыштарында технологиялар һәм материалдар поставкалаусылар Рәсәйҙең сәнәғәт комплексында ҙур һорау менән ҡулланған нефть сығарыу, нефть һәм газ эшкәртеү һәм нефть химияһы өлкәһендәге яңы эшләнмәләре менән таныштырасаҡ.    

«Ҙур химия»ның матбуғат үҙәгендә әйтеүҙәренсә, форумда химия һәм нефть химияһы сәнәғәте предприятиелары етәкселәре, Рәсәй һәм донъя күләмендәге компания башлыҡтары, һәр төрлө башҡарма васть органдары вәкилдәре ҡатнашасаҡ.

Форум тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте www.ufachemforum.ru сайтынан алырға мөмкин.