6 декабрь, Шишәмбе

11 апрель 2012 йыл, 9:08

2013 йылда Өфөлә үтәсәк донъя чемпионатының талисманы билдәләнде

автор: Дмитрий Слезин

Халыҡ-ара хоккей федерацияһы йәштәр командалары араһында 2013 йылда Өфөлә үтәсәк хоккей буйынса донъя чемпионатының талисманы итеп Мишканы раҫланы.  

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, чемпионаттың ойоштороу комитеты асыҡ конкурс үткәрҙе. Йыл дауамында теләге булған һәр кем талисмандың үҙ вариантын ебәрә алды. Еңеүсене февралдең башында уҡ иғлан итеү планлаштырылһа ла, конкурс комиссияһы чемпионаттың төп символын тиҙ генә билдәләй алманы – ойоштороу комитетына йөҙгә яҡын эш килгәйне.

Ниһайәт, еңеүсе һайланды. Конкурста Евгения Нитылкинаның эше еңеп сыҡты (Мәскәү). Уға 10 мең һум күләмендә аҡсалата бүләк һәм чемпионат символикаһы менән сувенир продукцияһы комплекты тапшырылырға тейеш.

темалар: хоккей