Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

27 март, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөнөң Калинин районы 60 йыллығын билдәләй

Йәмғиәт

Бөгөн Өфөнөң Калинин районына 60 йыл тулыуға арналған тантаналы сара үтә. Ҡала мәҙәниәт һарайы фойеһында район предприятиелары һәм учреждениеларының эшмәкәрлеген сағылдырған фотокүргәҙмә эшләй.

Байрамға Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе Владимир Балабанов, Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Бюджет, һалымдар, финанстар һәм милек мәсьәләләре буйынса комитеты рәйесе Лев Бакусов, БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Юрий Пустовгаров, район хакимиәттәре башлыҡтары, Калинин районы предприятиелары һәм ойошмалары вәкилдәре, ветерандар килде.

Сара программаһында – почетлы ҡунаҡтарҙың сығыштары, концерт номерҙары. Байрамды ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, сараның аҙаҡҡы өлөшөндә абруйлы олимпиадаларҙа, спорт ярыштарында, музыкаль фестивалдәрҙә, «Иң яҡшы эшсе ҡатын-ҡыҙ — 2011», «Мисс Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе – 2011» һөнәри конкурстарында еңеүселәр, шулай уҡ «Иң яҡшы йәш ғаилә — 2011» конкурсы призерҙары сәхнәгә сығасаҡ. Сарала Калинин районына бағышланған яңы йыр ҙа яңғыраясаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть