4 декабрь, Йәкшәмбе

10 апрель 2012 йыл, 17:03

Ауыл эшсәндәре сәсеү алдынан орлоҡтарҙы эшкәртеүгә тотондо

автор: Ғәлиә Нәбиева

Сәсеү кампанияһы алдынан аграрийҙар орлоҡ материалын ағыулау эштәрен башланы. Был үҫемлектәрҙе һәр төрлө ауырыуҙарҙан һәм ҡоротҡостарҙан һаҡларға ярҙам итәсәк.

Орлоҡтарҙы эшкәртеүгә Дүртөйлө районы эшсәндәре әүҙем тотондо, бында 6500 тоннаның 24 проценты ағыуланған.

Шуның менән бергә сорт яңыртыу эштәре лә алып барыла. Дүртөйлөләр яҙғы сәсеүгә планлаштырылғандан артығыраҡ — 115 процентты запасҡа һалған. БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәтенә ярашлы, әлеге сәсеү кампанияһына район хужалыҡтарының 2790 тонна элиталы иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары орлоғо бар. Аурғазы (130 процент), Балтас (179), Балаҡатай (129), Борай (118), Иглин (159), Илеш (141), Стәрлетамаҡ (100), Нуриман (171), Салауат(130), Туймазы (123), Саҡмағош (129) райондарында ла элиталы орлоҡтоң мул запасы тупланған.