Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.94

EUR 73.17

20 май, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республикала Урман хужалығын үҫтереү концепцияһы раҫланды

Иҡтисад

Башҡортостанда 2012-2015 йылдарға Урман хужалығын үҫтереү концепцияһы раҫланды. Республика Хөкүмәтенең тейешле ҡарарына ҡул ҡуйылған да инде.

Концепцияла урмандар менән идара итеү һөҙөмтәлелеген арттырыу, урмандарҙы һаҡлауҙы һәм яҡлауҙы камиллаштырыу, урман ултыртыу һәм урман хужалығын кадрҙар менән тәьмин итеү буйынса саралар ҡаралған.

Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығының матбуғат секретары Айбулат Ғәйнуллин хәбәр итеүенсә, урман фонды Башҡортостан территорияһының өстән бер өлөшөнән ашыуын тәшкил итә. Республикала 6,3 миллион гектар майҙанда урман үҫә. Уларҙың 5,7 миллион гектары БР Урман хужалығы министрлығы ҡарамағында иҫәпләнә.

автор: Галина Бахшиева
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть