11 декабрь, Йәкшәмбе

10 апрель 2012 йыл, 16:48

Туғыҙ райондағы 16 ауылда йорттарҙы һыу баҫҡан

автор: Ғәлиә Нәбиева

Әлеге мәлдә республиканың туғыҙ районындағы 16 тораҡ пункт һыу баҫыу зонаһында ҡалған, тип хәбәр иттеләр БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында. Һыу баҫҡан райондарҙа артабан һыу күтәрелеүе тураһында башҡаса мәғлүмәт алынманы.

Ведомство мәғлүмәттәренә ярашлы, һыу баҫҡан иң күп йорттар — Йәрмәкәй районында. Унда әле республика комиссияһы эшләй. Миәкә районының өс ауылы халҡы ла урындағы йылғаларҙа кинәт һыу күтәрелеүе арҡаһында зыян күргән.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, Йәрмәкәй районында 375 өй Рә йылғаһы ташыуы арҡаһында ҡамауҙа ҡалды. Район хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡотҡарыусылар тарафынан 161 кеше эвакуацияланған. Районда ташҡынға ҡаршы комиссия штабы эшләй.

— Урындағы балалар баҡсаһы халыҡты ваҡытлыса ҡабул итергә әҙер, — тип хәбәр итте Йәрмәкәй районы хакимиәте вәкиле Александр Никаноров. — Әлегә ташҡындан зыян күргәндәрҙең барыһы ла туғандарында урынлашҡан. Райондың ашығыс хеҙмәттәре ауыл халҡына теләһә ҡайһы ваҡытта ярҙамға килергә әҙер.