7 декабрь, Шаршамбы

10 апрель 2012 йыл, 16:29

Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры директоры Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының Маҡтау грамотаһына лайыҡ булды

автор: Әлим Фәйезов

Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театры директоры Таһир Искәндәров Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығының Маҡтау грамотаһына лайыҡ булды. БР Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Был юғары наградаға Таһир Искәндәров уңышлы гастролдәр ойошторғаны, сифатлы спектаклдәр ҡуйғаны, артистар өсөн һәйбәт хеҙмәт һәм социаль шарттар тыуҙырғаны өсөн лайыҡ булған. Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театры Рәсәйҙә иң тәүгеләрҙән булып автономиялы учреждениелар иҫәбенә күскәйне. Ул бөгөн дә уңышлы эшләй, ил һәм донъя буйынса гастролдәр ойоштора. Күпселек осраҡта Рәсәйҙең иң ҙур театрҙары ла бындай гастролдәргә йөрөй алмай, тип билдәләнеләр республиканың Мәҙәниәт министрлығынан.