Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.50 ↓

EUR 63.94 ↓

24 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә республика халыҡ ижады фестивале үтәсәк

Йәмғиәт

Республика халыҡ ижады фестивале «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында 14 апрелдә үтәсәк. Унда «Урал моңо», «Дуслыҡ моңо» халыҡ-ара конкурстарында, «Керәшен һыуыҡтары» республика эстрада йыры һәм бейеү фестиваль-конкурсында еңеүселәр ҡатнашасаҡ.

Фестиваль Республика халыҡ ижады үҙәгенең 75 йыллыҡ юбилейына ҡарата үткәрелә. Байрам сиктәрендә «РФ халыҡтарының мәҙәни мираҫын һаҡлап ҡалыуҙа Халыҡ ижады йорттары (үҙәктәре) роле» фәнни-ғәмәли конференцияһын үткәреү планлаштырыла. Унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 100-ҙән ашыу кешенең ҡатнашыуы көтөлә. Бынан тыш, «Нефтсе» мәҙәниәт һарайы фойеһында «Беҙҙең тарих» фотокүргәҙмәһе ойоштороласаҡ, республиканың иң яҡшы биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫталарының эштәре тәҡдим ителәсәк.

Республика халыҡ ижады үҙәге 1937 йылдан башлап эшләй. Ул ваҡытта Башҡортостан Республикаһының Халыҡ ижады йорто булараҡ асылған. Шунан алып үҙәк художестволы үҙешмәкәрлек түңәрәктәрен һәм коллективтарын булдырыу өҫтөндә эшләй. Башҡортостан меңәрләгән үҙешмәкәр коллективы менән дан тота. Бында республиканың Халыҡ ижады йорто белгестәренең дә роле ҙур.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть