10 декабрь, Шәмбе

10 апрель 2012 йыл, 15:25

Башҡортостанда кластерҙар аҙналығы старт алды

автор: Галина Бахшиева

Өфөлә Башҡортостан территорияһында ойошторолған кластерҙар аҙналығы старт алды. Кисә үткәрелгән Башҡортостан Республикаһының еңел һәм үтә еңел авиацияһы кластеры кәңәшмәһе Кластер аҙналығы сиктәрендә планлаштырылған беренсе сара булды. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар кластерҙы артабан үҫтереү мәсьәләһен ҡараны, 2012 йылға саралар программаһын билдәләне.

Бынан тыш, унда республикала кластер инициативаларын үҫтереү планы тикшерелде, «эшлекле авиация» перспективалары тураһында әйтелде. Фекер алышыу барышында Башҡортостанда аэропорттарҙың осоу-ултырыу һыҙаттары инфраструктураһын үҫтереү һәм авиация техникаһын етештереү мәсьәләләре ҡаралды.

Ошонда уҡ еңел һәм үтә еңел авиация кластерына яңы уйынсылар – Өфө дәүләт авиация техник университетының «Дельтаклубы», «Ротор» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм БР Һауала осоусылар федерацияһы ҡабул ителде.

БР Кластерлы үҫтереү үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, был аҙнала йәнә Башҡортостандың фармацевтик һәм медицина сәнәғәте кластерының, шулай уҡ химия һәм ауыл хужалығы өсөн биотехнологиялар кластерының кәңәшмәләре үтәсәк.

Көн тәртибендә — эш буйынса ағымдағы мәсьәләләрҙе тикшереү, киләһе йылға үҫеш планын ҡабул итеү, кластерға ингән яңы ҡатнашыусылар менән килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу.

Белешмә өсөн. Бөгөн Башҡортостанда БР Хөкүмәте ҡарары нигеҙендә Кластерлы үҫтереү үҙәге менән химия һәм ауыл хужалығы өсөн биотехнологиялар кластеры, еңел һәм үтә еңел авиация, фармацевтика һәм медицина сәнәғәте, мәғлүмәт технологиялары кластерҙары ойошторолған һәм әүҙем үҫешә. Бынан тыш, төбәктә нефть сервисы кластеры, наноматериалдар һәм уларҙан изделиелар етештереү буйынса фәнни-производство кластеры ла уңышлы үҫешә.