11 декабрь, Йәкшәмбе

10 апрель 2012 йыл, 14:43

Сүп-сарҙан таҙартыу буйынса төп эштәрҙе май байрамдарына тиклем тамамлау планлаштырыла

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостанда иғлан ителгән санитар айлыҡ сиктәрендә БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы инспекторҙары санкцияланмаған сүплектәрҙе асыҡлау буйынса тикшереү алып барасаҡ.

БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2011 йылда яҙғыһын Башҡортостанда 1100-ҙән ашыу һәр төрлө объект тикшерелгән, дөйөм алғанда яҡынса бер миллион һум суммалыҡ 300-ҙән ашыу административ штраф һалынған. Экологик өмәләр арҡаһында 300-ҙән ашыу санкцияланмаған сүплек бөтөрөлгән, уларҙың 225-е һаҡланған һыу объекттары зонаһында урынлашҡан булған.

Территорияларҙы санитар таҙартыу һәм төҙөкләндереү айлығы 14 апрелдән 19 майға тиклем дауам итәсәк. Һауа торошо мөмкинлек бирһә, республиканың ҙур ҡалалары һәм ауылдарында сүп-сарҙан таҙартыу буйынса төп эштәр май байрамдарына тиклем үк тамамланыуы ихтимал.