Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.28

EUR 69.64

11 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Йәрмәкәй районында 3 ауылды һыу баҫҡан

Йәмғиәт

Йәрмәкәй районында 375 йорт Рә йылғаһының ярҙарынан сығыуы арҡаһында һыу эсендә ҡалған. Район хакимиәте мәғлүмәттәре буйынса, ҡотҡарыусылар 161 кешене эвакуациялаған. Һыу стихияһы ҡорбандары юҡ.

— Өс ауыл ташҡын зонаһына эләкте, — тип хәбәр итте муниципаль хәүефһеҙлек бүлеге секторы мөдире Александр Никаноров. – Былар Йәрмәкәй, Исламбахты һәм Рәтамаҡ ауылдары.

Район үҙәгендә 320 кеше йәшәгән 170 йортто һыу баҫҡан. Әлеге ваҡытта 140 кешене эвакуацияларға тура килгән. Кешеләрҙе «Әкиәт» балалар баҡсаһы ҡабул итергә әҙер. Әммә махсус әҙерләнгән ваҡытлыса йәшәү пунктынан берәү ҙә файҙаланырға ашыҡмай, Йәрмәкәй халҡы туғандарында урынлашҡан.

Урман, Туғай, Октябрь урамдарындағы 124 йорт һыу эсендә ҡалған, 21 кеше эвакуацияланған.

Исламбахты ауылында ғына эвакуация талап ителмәй, бында 81 ихатаға ғына бер аҙ һыу үткән.

— Районда ташҡынға ҡаршы комиссия штабы эшләй. Урындағы балалар баҡсаһы кешеләрҙе ваҡытлыса урынлаштырыуға әҙер, — тип хәбәр итте Александр Никаноров. — Әлегә ташҡындан зыян күргәндәрҙең барыһы ла туғандарында йәшәй. Райондың ашығыс хеҙмәттәре зыян күреүселәргә тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында ярҙамға килергә әҙер.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть