Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66 ↑

EUR 63.72 ↓

21 ғинуар, Шәмбе

Уфа   °

Иҫәнғол ауылында көрәш буйынса «Үҫәргән батыры – 2012» турниры үтте

Йәмғиәт

Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылының «Салауат» физкультура-һауыҡтырыу комплексында «Сәләмәт тормош» акцияһы сиктәрендә милли көрәш буйынса «Үҫәргән батыры – 2012» асыҡ турниры үтте. Уны ойоштороусылар булып Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты һәм Ейәнсура районы хакимиәте сығыш яһаны. Сәләмәт тормошто пропагандалау, Башҡортостандың муниципаль райондары спортсылары араһында дуҫтарса мөнәсәбәттәрҙе нығытыу һәм үҫтереү, иң көслө көрәшселәрҙе асыҡлау, ярыштарҙа ҡатнашыусыларҙың оҫталыҡтарын камиллаштырыу, йәштәргә патриотик һәм рухи-әхлаҡи тәрбиә биреү, көрәште үҫтереү һәм популярлаштырыу, алкоголизм, наркомания һәм тәмәке тартыуҙы иҫкәртеү бәйгенең төп маҡсаттары булып торҙо.

Ярыштарҙа Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Марсель Йосоповтың ярҙамсыһы Гөлнур Ҡолһарина, Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары Руслан Бикембәтов, Ейәнсура районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Рауил Ҡунаҡбаев булды.

Бәйге һөҙөмтәләре буйынса беренсе урынға Ейәнсура районы Үрге Муйнаҡ ауылының спорт мәктәбе батырҙары сыҡты, икенсе урынды – Күгәрсен районы йыйылма командаһы, өсөнсө урынды Иҫәнғол ауылының Башҡорт гимназия-интернаты көрәшселәре яуланы. Еңеүселәр кубоктар, миҙалдар, приздар, грамоталар менән бүләкләнде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть