Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

17 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Һунар миҙгеле Башҡортостанда 21 апрелдә башланасаҡ

Йәмғиәт

21 апрелдә Башҡортостанда яңы һунар миҙгеле асыла. «Башинформ» агентлығына БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының йәнлектәр донъяһы объекттарынан файҙаланыуға дәүләт контроле бүлеге начальнигы Глеб Егоровтың хәбәр итеүенсә, 21 апрелдән ата өйрәктәргә, вальдшнептарға, ҡаҙҙарға, ҡор һәм һуйырҙарға һунар рөхсәт ителәсәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, әле республикала, дөйөм алғанда бөтә илдәге кеүек үк, иҫке һунарсы билеттарын берҙәм федераль өлгөләге документтарға алмаштырыу дауам итә.

Берҙәм федераль өлгөләге һунарсы билеты – мөҙҙәте сикләнмәгән һәм бөтә ил биләмәләрендә ҡулланырға мөмкин булған документ. Билеттар бушлай алмаштырыла, уларҙы 2012 йылдың 1 июленә тиклем яңыртып бөтөргә кәрәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть