11 декабрь, Йәкшәмбе

10 апрель 2012 йыл, 12:12

Төбәктә муниципалитет Советтары секретарҙарының квалификацияһын күтәреү курстары асылды

автор: Марина Шумилова

Республика Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академиһында муниципаль райондар, ҡала округтары һәм ҡала биләмәләре Советтары секретарҙарының квалификацияһын күтәреү курстары асылды.

Курстар сиктәрендә муниципаль хеҙмәткәрҙең хоҡуҡи статусы, муниципаль хоҡуҡи акттар әҙерләү һәм ҡабул итеү, муниципаль үҙидараның финанс-иҡтисади һәм сәйәси нигеҙҙәре мәсьәләләре тикшереләсәк.