Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.65

EUR 69.07

24 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Йәрмәкәйҙә 70 йортто һыу баҫҡан

Йәмғиәт

10 апрелдә иртәнге сәғәт 8-ҙә Йәрмәкәй районының берҙәм дежур-диспетчерлыҡ хеҙмәтендә Рә йылғаһында кинәт һыу күтәрелеүе (ике-өс метрға) тураһында мәғлүмәт ҡабул ителде, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында. Йәрмәкәй ауылының Йылға буйы урамында 70-тән ашыу йортто һыу баҫҡан, был зонала 114 кеше йәшәй. Улар туғандарына урынлаштырылған.

Әлеге ваҡытта Коммунистик, К. Маркс, Пушкин урамдарын да һыу баҫыуы ихтимал. БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, ҡазаланыусылар һәм һәләк булыусылар юҡ. Һыу баҫыу зонаһында социаль әһәмиәтле һәм хәүефле объекттар ҙа юҡ.

Урында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү системаһының Башҡортостан территориаль бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре эшләй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть