3 декабрь, Шәмбе

10 апрель 2012 йыл, 11:28

Федераль йыһан агентлығы Башҡортостанда Йыһан хеҙмәттәре үҙәген асты

автор: Галина Бахшиева | фото: Андрей Старостин

Кисә Федераль йыһан агентлығы (Роскосмос) Космонавтика көнө алдынан Башҡорт дәүләт университеты базаһында Йыһан хеҙмәттәре инновация-белем биреү үҙәген асты.

Пермь крайынан, Татарстандан, Һамар, Киров һәм Түбәнге Новгород өлкәләренән ҡала, Башҡортостан илдәге бындай үҙәк ойошторолған алтынсы төбәк булды.

— Республикала, БашДУ базаһында, Йыһан хеҙмәттәре инновация-белем биреү үҙәге асылыуы – бик мөһим ваҡиға. Белем биреү процесын ҡулайлаштырыу өсөн бөгөн йыһанда юлдаштарыбыҙ менән йыйылған бай мәғлүмәтте файҙаланырға кәрәк. Шулай уҡ студенттарҙың әҙер мәғлүмәтте файҙаланыуҙан тыш, уны йыйыуҙа әүҙем ҡатнашыуы ла мөһим. Бөгөн был йүнәлештә беренсе аҙым ғына яһалды, киләсәктә Үҙәк буласаҡ инженерҙар һәм теүәл фәндәр менән ҡыҙыҡһынған уҡыусылар әҙерләйәсәк урынға әйләнер, тип ышанам, — тине журналистарға Башҡортостандың мәғариф министры Әлфис Ғаязов.  

Белгестәр фекеренсә, проекттың әһәмиәте ҙур, сөнки йыһан үҙәге менән күрһәтелгән хеҙмәттәр спектры ярайһы киң. Улар араһында, ватан һәм сит ил ҡорамалдарын файҙаланып, Ерҙе зонд ярҙамында дистанцион тикшереү һөҙөмтәһендә йыһандан алынған мәғлүмәтте ҡабул итеү, теркәү, эшкәртеү, архивация, шулай уҡ уны таратыу кеүек хеҙмәттәр бар.

— Беҙҙең миссия – Инновация-белем биреү үҙәгенең инфраструктураһын төҙөү. Рәсәйҙә ҙур күләмдә йыһан потенциалы тупланған, ләкин йыһан хеҙмәттәренән файҙаланыусыларҙың инфраструктураһы әле һаман тәртипкә һалынмаған. Йыһан технологияларының ҡулланылышҡа индерелеүенең ҡотолғоһоҙ булыуын аңларға кәрәк, беҙҙең бурыс – уны тиҙләтеү, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Өфөләге Үҙәкте асыу тантанаһында Федераль йыһан агентлығының тулы хоҡуҡлы вәкиле, «Рекод» фәнни-етештереү корпорацияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Вячеслав Безбородов.

Уның әйтеүенсә, беҙҙең тирәләй 300-ләгән Ер юлдаштарының осоуын иҫәпкә алып, йыһан мөмкинлектәре сикһеҙ һәм транспорт маниторингы менән генә сикләнмәй, тип әйтергә мөмкин.

Бында, тәү сиратта, теүәл навигация системаһын, айырыуса мөһим тармаҡтарға, объекттар һәм территорияларға мониторинг алып барыу системаһын булдырыу тураһында һүҙ бара. Бынан тыш, Үҙәк белем биреүгә бәйле бер нисә хеҙмәтте лә үҙ өҫтөнә аласаҡ.

— Төбәктәрҙә берҙәм мәғлүмәт-навигация киңлеге өсөн нигеҙ булдырырға теләйбеҙ. Төрлө йүнәлештәге мәғлүмәтте бер урында туплап, ҡулланыусыларға уңайлы булһын өсөн уны тәртипкә һалыу мөһим. Беҙҙең бурыс ошонан ғибәрәт. Барыһы ла килеп сығырға тейеш, тип ышанам, — тине Федераль йыһан агентлығының тулы хоҡуҡлы вәкиле.