Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63

EUR 61.44

19 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Яңауыл районының татар халыҡ театры Минзәләлә XII төбәк-ара театр фестивалендә ҡатнаша

Йәмғиәт

Яңауыл районы Мәҙәниәт һәм сәнғәт һарайының татар халыҡ театры бөгөн Минзәләлә асыласаҡ XII төбәк-ара театр коллективтары фестивалендә ҡатнаша. Театр конкурсҡа башҡорт яҙыусыһы К.Мәргән әҫәре буйынса ҡуйылған «Шомбай» спектаклен тәҡдим итәсәк. 2012 йылда спектакль художестволы үҙешмәкәр халыҡ коллективтарының IV «Дуҫлыҡ гөлләмәһе» республика фестивалендә күрһәтелде һәм Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүенә 200 йыл тулыуға арналған «Алтын тирмә» төбәк-ара милли театрҙар фестивалендә тәҡдим ителде.

Яңауыл районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, татар халыҡ театры районда 1959 йылда булдырылған. Бына инде 19 йыл уны Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Салауат Хәмзин етәкләй. Халыҡ театры бөтә Рәсәй, республика смотр-конкурстары, фестивалдәре һәм байрамдарында ҡатнаша, һәм, һәр ваҡыттағыса, ул алдынғылар рәтендә була. Театр репертуарында 35 спектакль бар.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть