Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 66.08 ↑

27 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Күмертауҙа бишенсе тапҡыр «XXI быуат лидеры» конкурсы үтте

Йәмғиәт

Күмертауҙа бишенсе тапҡыр балалар һәм йәштәр ойошмалары етәкселәренең «XXI быуат лидеры» конкурсы үтте. Унда лидерҙар бәйгеһенең беренсе турында еңеп сыҡҡан 13 кеше ҡатнашты.

Конкурс сиктәрендә лидерҙар үҙҙәре һәм командалары менән таныштырҙы, социаль проектлау буйынса брифинг, «Йәйғор» фекер алышыу уйыны һәм төрлө оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Барлыҡ ҡатнашыусылар һынауҙарҙы лайыҡлы үтте. «XXI быуат лидеры» республика конкурсында Күмертауҙың йәштәр йәмәғәт хәрәкәте исеменән сығыш яһаясаҡ команда тупланды. Уның составында – Дарья Александрова («Йәйғор» берекмәһе), Сергей Золотухин («NEXT быуыны» йәштәр хәрәкәте), Виктория Тайнова («NEXT быуыны»), Павел Сафонов (Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәғиәтенең урындағы бүлексәһенең йәштәр менән эшләү Советы), Шамил Хәбибуллин («NEXT быуыны»).

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть