4 декабрь, Йәкшәмбе

10 апрель 2012 йыл, 10:24

Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе ашнаҡсылары һәм кулинарҙары төбәктә иң яҡшылары тип танылды

автор: Любовь Колоколова

«Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең ашнаҡсылары һәм кулинарҙары Өфөлә үткән II Кулинария һәм сервис буйынса асыҡ чемпионатта Гран-при яуланы.

Тамашасылар алдында берекмә кондитерҙары предприятиеға алтын миҙал алып килгән изделиелар эшләне. Кондитерҙарҙың арт-класында «Цирк көмбәҙе аҫтында» эше еңеп сыҡты. Уны ҡала һәм халыҡ-ара чемпионаттарҙа күп тапҡыр еңеүсе, РБ һәм РФ мастер-кондитеры Наталья Еникеева һәм 2008 йылда Америкала үткән Донъя чемпионатында Рәсәй йыйылма командаһында ҡатнашыусы, РБ һәм РФ мастер-кондитеры Ольга Илларионова эшләне. Шулай уҡ оҫталарҙың сәк-сәктән эшләнгән «Дуҫтарҙы ҡаршылау» эше, «Сәй эсеү», балыҡтан эшләнгән «Нептун батшалығы» махсус номинациялар менән билдәләнде, тип хәбәр иттеләр предприятиеның корпоратив коммуникациялар идаралығынан.

«Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең туҡланыу бүлеге 1925 йылдың 17 июленән, завод асылған көндән алып эшләй. Көн һайын завод ашханаларында 11 мең кеше бушлай туҡлана.