4 декабрь, Йәкшәмбе

10 апрель 2012 йыл, 9:50

М.Аҡмулла исемендәге университет студенттары Болгарияла халыҡ-ара конкурста еңеү яуланы

автор: Розалия Вәлиева

М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының музыка-хореография бүлеге студенттары Болгарияла үткән XIII «Орфеева Дарба» халыҡ-ара бейеүселәр һәм йырсылар конкурсында алтын миҙалға лайыҡ булды.

«Халыҡ йыры» номинацияһында вокал бүлегенең 2 курс студенткаһы Эльза Бәҙретдинова алтын миҙал яуланы. Өфө бейеүселәре Линера Зәйнәғетдинова, Екатерина Малыгина һәм Алена Гофман «Модерн һәм характерлы бейеүҙәр» номинацияһында беренсе урын алды.

— Конкурста ҡатнашыусыларҙы бик яҡшы ҡабул иттеләр, — тине музыкаль белем биреү кафедраһы мөдире, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Зөлфирә Бакирова-Фәрхетдинова. – Эльза Бәҙретдинова «Шәл бәйләнем» йырын, шулай уҡ Салауат Низаметдинов йырҙарын башҡарҙы. Сит илдә башҡорт мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыналар.

Болгариялағы еңеүҙән һуң педагогия университеты студенттары Италияла үтәсәк халыҡ-ара конкурсҡа саҡырыу алды.