8 декабрь, Кесе йома

10 апрель 2012 йыл, 9:33

Тәтешлелә күренекле удмурттарҙы тәбрикләнеләр

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Тәтешле районының Түбәнге Балтас ауылында хөкүмәт наградалары һәм почетлы исемдәре булған Башҡортостан һәм Удмуртия удмурттарының слеты үтте. Унда Балтас, Борай, Йәрмәкәй, Ҡалтасы, Кушнаренко, Тәтешле, Яңауыл райондарынан, Нефтекама ҡалаһынан һәм Удмурт Республикаһынан делегаттар ҡатнашты. Оло йәштәге ветерандарҙан тыш осрашыуға йәштәр — производство алдынғылары ла килде.

Тәтешле районының фольклор коллективтары ҡунаҡтарҙы икмәк-тоҙ, халыҡ бейеүҙәре һәм йырҙары менән ҡаршы алды. Делегаттар урындағы мәктәптә булды, ботаник баҡса һәм мәктәп музейы менән танышты, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған һалдаттар обелискыһына веноктар һалды.  

Тантана ауыл мәҙәниәт йортонда үтте. Байрамды Башҡортостан удмурттарының милли-мәҙәни үҙәге рәйесе Ренат Ғәләмшин асты. Сәләмләү һүҙе менән Тәтешле районы хакимиәте башлығы Дамир Әхмәтов сығыш яһаны. Тантана барышында һәр делегатҡа бүләктәр тапшырылды. Сара Түбәнге Балтас ауылының үҙешмәкәр артистары әҙерләгән байрам концерты менән тамамланды.