8 декабрь, Кесе йома

10 апрель 2012 йыл, 9:14

Йыл башынан алып әҙер торлаҡҡа хаҡтар Өфөлә 6 процентҡа артҡан

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Март айында әҙер торлаҡҡа уртаса хаҡ Өфөлә – 2,1, йыл башынан алып 6 процентҡа артты. 6 апрелгә ҡарата бер квадрат метрҙың хаҡы Башҡортостандың баш ҡалаһында уртаса алғанда 53360 һум тәшкил итә.  

Күсемһеҙ милек агентлыҡтарының береһенең мәғлүмәттәренә ярашлы, иң ҡыйбат торлаҡ ҡала үҙәгендә тәҡдим ителә, унда «квадратына» 65 мең һум самаһы түләргә тура килә. Икенсе урында Октябрь проспекты (56250), «Йәшел сауҡалыҡ» (55850) һәм Сипайлово (51920 рублей) биҫтәләре килә. Иң арзан фатирҙар иһә Затонда (41700) һәм Шакшала (44900 рублей) һатыла.

Күсемһеҙ милек менән сауҙа иткән белгестәрҙең барыһы ла икенсел торлаҡҡа һорауҙың ҙур булыуын билдәләй, ләкин йыл башы менән сағыштырғанда һатып алыусыларҙәң әүҙемлеге бер аҙ кәмегән. Тәҡдимдәр ҡыйбатыраҡ сегментта артҡан. Фатирҙар әүәлгесә етмәй, ә баҙар хаҡы арта.