Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↓

EUR 69.43 ↑

22 август, Шишәмбе

Уфа   °

Төбәктең иң яҡшы уҡытыусыһы 10 апрелдә билдәле буласаҡ

Йәмғиәт

«Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы–2012» республика конкурсында еңеүсе 10 апрелдә М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында үтәсәк тантаналы сарала билдәле буласаҡ. Йола буйынса унда барлыҡ ҡатнашыусылар саҡырыла.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, һөнәри оҫталыҡ конкурсы 2 апрелдә башланды. Унда ҡатнашыу өсөн баш ҡалаға 123 уҡытыусы килде.

Бәйге сиктәрендә педагогтар ике этап аша үтте. Беренсе һынау – инновацион проект презентацияһы, асыҡ дәрес һәм уны анализлау, шулай уҡ уҡыусылар һайлаған тема буйынса класс сәғәте үткәреү.

Икенсе турҙа тәүге этап һөҙөмтәләре буйынса иң күп балл йыйыусы 15 кеше ҡатнашты. Финалистар оҫталыҡ дәрестәрен үткәрҙе, лекциялар менән сығыш яһаны һәм фекер алышыуҙа ҡатнашты.

Бөтә тур һөҙөмтәләре буйынса жюри ағзалары еңеүсене һәм призерҙарҙы билдәләне. Әммә конкурс йолаһы буйынса, уларҙың исемдәре әлегә сер булып һаҡлана, улар «Йыл уҡытыусыһы» бөтә Рәсәй конкурсының республика этабын ябыу тантанаһында әйтеп ишеттереләсәк.

Тантаналы сара 11 сәғәттә башлана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть