9 декабрь, Йома

09 апрель 2012 йыл, 16:55

Республиканан 15 йәш ғалим «УМНИК» программаһы буйынса грант аласаҡ

автор: Галина Бахшиева

Ғилми-техник өлкәлә бәләкәй предприятиелар үҫешенә булышлыҡ итеү фондының «УМНИК» программаһы буйынса 15 инновацион проект грант аласаҡ. Еңеүселәрҙең барыһы ла – республиканың төрлө вуздары вәкилдәре.

Башҡортостанда «УМНИК» программаһы буйынса инновацион проекттарҙың яҙғы йомғаҡлау сессияһын ойоштороусылар булып Ғилми-техник өлкәлә бәләкәй предприятиелар үҫешенә булышлыҡ итеү фонды һәм «Баштехинформ» республика ғилми-техник һәм мәғлүмәт комплексы сығыш яһаны.

Эксперттар комиссияһы составында фән, инновацион инфраструктура, бизнес һәм дәүләт органдары вәкилдәре булды.

Инновацион эшмәкәрлек аша үҙҙәренең мөмкинлектәрен һәм һәләтен тормошҡа ашырырға ынтылған йәш ғалимдарҙы асыҡлау, инновацион проекттарға ойоштороу һәм финанс ярҙамы күрһәтеү юлы менән йәштәрҙә ғилми-техник һәм инновацион эшмәкәрлектә ҡатнашырға теләк тыуҙырыу программаның төп бурыстары булып тора. «УМНИК» программаһы буйынса грант күләме 200 мең һум тәшкил итә.

Ғилми яңылыҡ һәм уны коммерциялаштырыу мөмкинлектәре, шулай уҡ идеяның көнүҙәк булыуы, уның техник әһәмиәтлелеге проектҡа баһа биреүҙең төп критерийҙары булды.

Яҙғы йомғаҡлау сессияһында Башҡортостандың йәш ғалимдары менән әҙерләнгән 65 проект ҡатнашты. Уларҙың ун бише еңеүсе тип танылды.

Өс проект – киләсәк медицинаһына, икәүһе – мәғлүмәт технологияларына, өсәүһе – заманса материалдарға һәм улырҙа булдырыу технологияһына, икәүһе – биотехнологияларға һәм бишәүһе яңы приборҙарға арналған.

«УМНИК» программаһын ойоштороу төркөмө етәксеһе Алексей Куликовский яҙғы сессия һөҙөмтәләренән ҡәнәғәт ҡалды. Уның һүҙҙәренсә, конкурсҡа тәҡдим ителгән ҡайһы бер проекттарҙың киләсәге ҙур.

— «УМНИК» программаһы – ҙур бизнесҡа илткән етди һәм ҡыҙыҡлы юлдың башы. Барыһына ла уңыштар теләйем! – тип мөрәжәғәт итте Башҡортостандың йәш ғалимдарына Алексей Куликовский.