Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.07 ↓

EUR 60.84 ↓

25 апрель, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостан аграрийҙары яҙғы баҫыу эштәрен башланы

Иҡтисад

Күгәрсен районы игенселәре тәүге баҫыу эштәрен башланы. Бөгөн аграрийҙар күп йыллыҡ үләндәрҙе туҡландырыуға сыҡты.

— Баҫыуҙарҙа ҡар ирене, әммә тупраҡ әлегә үтә ныҡ дымлы, шуға күрә баҫыуға тикшереп ҡарарға ғына сыҡтыҡ, ә күпләп туҡландырыуға 2-3 көндән тотонорға ниәтләйбеҙ, — тине райондың ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Михаил Чижов.

Беренсе булып ҡырға Ергән машина-технология станцияһының «Исем» бүлексәһе игенселәре сыҡты. Был хужалыҡтың арсеналында пневматик ҡулайламалы махсус «Томан» машинаһы бар. Ул тракторға ҡарағанда күпкә еңелерәк һәм дымлы тупраҡ өҫтөнән йөрөргә мөмкинлек бирә. Баҫыу эштәренең беренсе көнөндә 80 гектарҙа күп йыллыҡ үләндәр туҡландырылған.

Параллель рәүештә район аграрийҙары минераль ашламалар ҡайтарыуын дауам итә. Үләндәр тәьҫирле матдәлә гектарына 30 кг ашлама иҫәбенән туҡландырыласаҡ, ә ужым культураларына 40 килограмға тиклем ашлама индереү планлаштырыла.

Ҡояшлы йылы һауа торошо игенселәрҙе ашыҡтыра. Ошо арала Мәләүез районы эшсәндәре лә  ужым сәсеүлектәрен туҡландырыуға сығырға иҫәп тота.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть