8 декабрь, Кесе йома

09 апрель 2012 йыл, 15:49

Өфөлә грузин мәҙәниәте кисәһе үткәрелде

автор: Людмила Терновая

Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йортонда грузин мәҙәниәте кисәһе үтте, ул грузин йәкшәмбе мәктәбендә тәүге уҡыу йылы тамамланыуға бағышланды.

Кисәлә уҡыусылар һәм уларҙың ата-әсәләре ҡатнашты. Байрам ҡунаҡтарына «Имеретинские эскизы» фильмы күрһәтелде. Шулай уҡ кисәлә Өфө музыканты Тамаз Гурешидзе сығыш яһаны.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, йәкшәмбе мәктәбе Башҡортостан баш ҡалаһында үткән йылдың көҙөндә асылды, уҡытыу «грузин теле» буйынса ғына алып барылды. Киләсәктә ойоштороусылар уҡыусыларға грузин әҙәбиәте, тарихы, милли музыкаһы, мәҙәниәте буйынса ла белем бирергә планлаштыра.

Шота Руставели исемендәге грузин милли-мәҙәни үҙәге менән ойошторолған осрашыуҙар матур йолаға әүерелде. Алдағы арала Еңеү көнөнә арналған иҫтәлекле саралар үткәреү планлаштырыла.

темалар: милли сәйәсәт