3 декабрь, Шәмбе

09 апрель 2012 йыл, 15:27

Екатеринбургта башҡорт мәҙәниәте фестивале үтте

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Екатеринбургта Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүенә 200 йыл тулыуға арналған X төбәк башҡорт мәҙәниәте фестивале үтте. Уны Силәбе өлкәһенең Башҡорт йәштәре иттифағы ярҙамында Свердловск өлкәһенең Мәҙәниәт һәм туризм министрлығы, «Уралмаш» халыҡ ижады һарайы, Свердловск өлкәһе башҡорттары үҙәге һәм Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы ойошторҙо. Силәбе журналисы Динә Нафиҡова билдәләүенсә, Силәбе өлкәһе Башҡорт йәштәре иттифағының бер активисы Инвир Хисаметдинов концерт режиссеры булған.

Фестиваль Свердловск, Силәбе өлкәләренән һәм Башҡортостандан йөҙгә яҡын башҡорт ижади коллективын йыйҙы. Һәр сығышты тамашасылар дәррәү алҡыштар менән ҡаршы алды. Башҡортостандан «Карауанһарай» фольклор-эстрада төркөмөнөң сығышы тамашасы күңеленә айырыуса хуш килде.

Байрам артистарға – почет грамоталарын, ә ойоштороусыларға рәхмәт хаттарын тапшырыу менән тамамланды. Өлкәнең Башҡорт йәштәре иттифағы рәйесе Тимур Сафиуллин да был почетлы наградаға лайыҡ булды.

— Әлеге сараны ойоштороусыларға тейешле баһа биреү зарур, сөнки Свердловск өлкәһендә йәшәүсе башҡорттар күп түгел, — тип билдәләне ул. – Быға ҡарамаҫтан, фестиваль юғары кимәлдә үтте, зал тулы булды. Силәбелә лә ошондай кимәлдә фестиваль үткәреү өсөн уларҙан өйрәнәһе нәмәләр күп.

Уның фекеренсә, бындай саралар халыҡҡа башҡорттарҙың ил тарихында ҡатнашыуы тураһында ғына һөйләмәй, улар башҡорт һәм рус халыҡтарын берләштереүсе мөһим фактор ҙа булып тора.