11 декабрь, Йәкшәмбе

09 апрель 2012 йыл, 14:25

«Тәбиғәт» предприятиеһы өмәләрҙә йыйылған сүп-сарҙы бушлай утилләштерәсәк

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостандың «Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһы экологик өмәләр барышында республика предприятиелары һәм ойошмалары менән йыйылған сүп-сарҙы бушлай утилләштерәсәк. Сүп-сар ошо предприятиеның ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигондарында бушлай ҡабул ителәсәк.  

БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында әйтеүҙәренсә, 14 апрелдән республикала экологик өмәләр башланасаҡ. Өс аҙна дауамында министрлыҡтарға, дәүләт комитеттарына, ведомстволар, муниципаль район һәм ҡала округы хакимиәттәренә, ойошмаларға, профсоюз комитеттарына һәм йәмәғәт берекмәләренә урамдарҙы, юлдарҙы, ихаталарҙы, парктар, баҡсалар һәм башҡа территорияларҙы таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү сараларын үткәрергә тәҡдим ителгән.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, былтыр Башҡортостанда үткән яҙғы өмәләр һөҙөмтәһендә республика территорияһын таҙартыу һәм төҙөкләндереү  буйынса уртаса процент 99,3-кә еткәйне. Ҡала һәм ауыл биләмәләрен таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү сараларына 38 меңдән ашыу техника берәмеге йәлеп ителде. Экологик өмәләр һөҙөмтәһендә 350 мең кубометрҙан ашыу ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары йыйылып, полигондарға сығарып түгелде.