5 декабрь, Дүшәмбе

09 апрель 2012 йыл, 12:51

Торлаҡҡа мохтаж граждандарҙың иҫәбен алып барыу өсөн берҙәм мәғлүмәт базаһы булдырыласаҡ

автор: Людмила Терновая

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Сәнәғәт, транспорт, төҙөлөш, элемтә һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитеты депутаттары «Башҡортостан Республикаһында Торлаҡ мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында»ғы БР Законына үҙгәрештәр индереү тураһында» республика закон проектын тикшерҙе. Фекер алышыу һөҙөмтәһендә проект өсөнсө уҡыуҙа ҡарарға тәҡдим ителде. Тәҡдим ителгән үҙгәрештәр торлаҡ мөнәсәбәттәре өлкәһендәге ҡала төҙөлөшөнә контроль мәсьәләһен һөҙөмтәлерәк регламентларға тейеш. Бынан тыш, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж граждандар иҫәбе базаһын алып барыу өсөн хоҡуҡи шарттар булдырыу ҙа күҙ уңында тотола. Бөгөн республикала социаль найм буйынса торлаҡ алыуға дәғүә иткән граждандар буйынса мәғлүмәт базаһы бар. Законға төҙәтмәләр иһә берҙәм мәғлүмәт базаһында эконом класындағы торлаҡ һатып алыуға әҙер граждандар теркәлеүен дә күҙаллай. Депутаттар фекеренсә, ошо рәүешле граждандарҙың торлаҡ һатып алыу мөмкинлектәре артасаҡ.