9 декабрь, Йома

09 апрель 2012 йыл, 12:44

Республикаға йылы көндәр килде

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостанда был аҙнала һауа температураһы күтәреләсәк. Рәсәй Гидрометеорология үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, республикала төндә 7-10 градус йылы булыуы көтөлә. Көндөҙ термометр бағанаһы плюс 17-20 градус күрһәтәсәк.

Шишәмбе һәм шаршамбыла бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Ҡалған көндәрҙә яуым-төшөм көтөлмәй.

темалар: һауа торошо