7 декабрь, Шаршамбы

09 апрель 2012 йыл, 12:31

Башҡортостанда 6 меңдән ашыу электр энергияһын үлсәү приборы ҡуйылған

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Апрель башына ҡарата Башҡортостандың 22 районы биләмәһендә 6312 электр энергияһын үлсәү приборы ҡуйылған. «Башкирэнерго» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, февралдә генә электр энергияһын ваҡлап һатыу баҙарында яңы үлсәү приборҙары ҡулланыу 1,2 миллион һум күләмендә иҡтисади һөҙөмтә биргән. Капитал һалыуҙар селтәрҙәге юғалтыуҙарҙың кәмеүе иҫәбенә ҡаплана. Намыҫлы ҡулланыусылар вайымһыҙ күршеләренең үлсәү приборҙарынан тыш файҙаланған электр энергияһы өсөн өҫтәп түләүҙән ҡотола.  

2012 йылда автоматлаштырылған электр энергияһын иҫәпләү системаларын ҡулланыуға индереү проекты 20 мең заманса прибор ҡуйыуҙы күҙаллай. Яңы приборҙар ҡуйыу буйынса эштәргә дөйөм алғанда 120 миллион һумдан ашыу аҡса тотоноласаҡ.

темалар: энергетика