Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.24 ↓

EUR 69.65 ↑

18 август, Йома

Уфа   °

Йыл башынан алып 5 мең кеше мәшғүллек хеҙмәте ярҙамында эшкә урынлашҡан

Иҡтисад

2012 йыл башынан алып Өфөнөң халыҡ мәшғүллеге хеҙмәте ярҙамында эшкә урынлашҡан граждандар иҫәбе биш меңдән ашып киткән. Был арала 4800-гә яҡын эшһеҙ иҫәптән төшкән. 4300 өфөлө иһә эшһеҙ тип табылған, 5800 самаһы кеше эш эҙләүсе булараҡ иҫәпкә ҡуйылған, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгенән.

Әлеге ваҡытта хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнешлек коэффициенты Өфөлә 0,5-кә тиң. Икенсе төрлө әйткәндә, һәр вакансияға берәүҙән дә кәмерәк кеше дәғүә итә. Ә бөгөн ҡалала, рәсми мәғлүмәттәргә ярашлы, 17900-ләгән вакансия иҫәпләнә.

Эшһеҙлек кимәле Өфөлә әле 1,49 процентҡа тиң. Ҡалала рәсми рәүештә 8400-гә яҡын эшһеҙ иҫәпләнә. Баш ҡаланың мәшғүллек хеҙмәтендә йәмғеһе туғыҙ меңгә яҡын кеше иҫәптә тора.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть