10 декабрь, Шәмбе

09 апрель 2012 йыл, 11:14

Миллионлы халҡы булған ҡалалар исемлеге тағы берәүгә артасаҡ

автор: Алик Шакиров

Яҡын арала Рәсәйҙә тағы бер миллионлы ҡала барлыҡҡа килеүе ихтимал —Красноярск мэрияһы миллионынсы гражданын билдәләү өсөн ҡала халҡын иҫәпләүсе ҡулайламаны эшкә ҡушты.

«Новосибирск, вперед!» сайты хәбәр итеүенсә, Красноярскиҙың рәсми сайтында ҡалала рәсми теркәлеүселәр иҫәбендәге үҙгәрештәрҙе күрһәтеүсе баннер-счетчик урынлаштырылған. Баннер ҡаланың бала табыу йорттарынан, крайҙағы статистика идаралыҡтарынан һәм федераль мирация хеҙмәтенән алынған оператив мәғлүмәттәр нигеҙендә көн һайын яңыртыла.

Рәсми мәғлүмәткә ярашлы, яҡын арала — 10 апрелдән 15-енә тиклем Красноярскиҙың миллионынсы кешеһе тураһында хәбәр алыныуы ихтимал.