8 декабрь, Кесе йома

09 апрель 2012 йыл, 11:20

Төбәктә Рәсәй Ҡатын-ҡыҙҙар партияһын булдырыу буйынса инициативалы төркөмдө Тамара Танһыҡҡужина етәкләне

автор: Марина Шумилова

Башҡортостанда Рәсәй Ҡатын-ҡыҙҙар партияһын булдырыу буйынса инициативалы төркөм булдырылды, уны халыҡ-ара шашка буйынса биш тапҡыр донъя чемпионы, халыҡ-ара гроссмейстер, БР шашка федерацияһы рәйесе, республиканың Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Тамара Танһыҡҡужина етәкләне. Инициативалы төркөм составында төрлө өлкәлә эшләүсе гүзәл заттар бар.

Илдә ҡатын-ҡыҙҙарҙың сәйәси партияһын булдырыу тураһындағы ҡарар ошо көндәрҙә Мәскәүҙә үткән Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙары конференцияһы сиктәрендә ҡабул ителде. Был сарала Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә Солтанова ҡатнашты.

— Бындай партия 1990-сы йылдарҙа булған, — тине Рәшиҙә Солтанова «Башинформ» агентлығына. – Шуға күрә хәҙер ул тергеҙелә генә, тиһәк тә була. Ҡатын-ҡыҙҙар мәнфәғәтен яҡлаясаҡ бындай партия бик актуаль. Конференция барышында башҡа төбәктәрҙән хеҙмәттәштәрем менән аралашып, уларҙа Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлау алдынан үткәрелгән праймеризда күп ҡатындарҙың уңышлы ҡатнашыуы тураһында белдем. Әммә һөҙөмтәлә береһе лә депутатлыҡҡа үтмәгән. Башҡортостандан Дәүләт Думаһына үткән депутаттар араһында өс ҡатын булыуы тураһында һөйләгәс, конференцияла ҡатнашыусылар ныҡ аптыраны. Күпселек төбәктәрҙә бер ҡатын да үтмәгән. Ҡатын-ҡыҙҙар партияһы беҙҙең хоҡуҡтарҙы яҡлай аласаҡ һәм бындай ғәҙелһеҙлеккә юл ҡуймаясаҡ, тип ышанам.

Рәшиҙә Солтанова һүҙҙәренсә, Рәсәй Ҡатын-ҡыҙҙар партияһын булдырыу буйынса ойоштороу комитеты әлеге ваҡытта партияның ойоштороу съезына әҙерлек барышында Устав һәм башҡа кәрәкле документтар әҙерләй.

темалар: партиялар