3 декабрь, Шәмбе

09 апрель 2012 йыл, 11:01

Уртаса эш хаҡы республикала – 18371 һум

автор: Галина Бахшиева

2012 йылдың ғинуарындағы мәғлүмәттәр буйынса Башҡортостандағы уртаса эш хаҡы 18371 һумды тәшкил итә. Хеҙмәткә яраҡлы граждандар өсөн йәшәү минимумы 5781 һумға еткән. Әлеге ваҡытта иҡтисади йәһәттән әүҙем граждандарҙың өлөшө республикала ике миллиондан аша, тип хәбәр иттеләр БР Халыҡты эш менән тәьмин итеү дәүләт хеҙмәте идаралығында.

БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, һуңғы йылдарҙа республикала эшләгән кешеләрҙең хеҙмәт хаҡын арттырыу буйынса системалы саралар күрелә. Шулай итеп, 2011 йылда ғына дәүләт учреждениеларында эш хаҡы – 17,6, ә муниципаль предприятиеларҙа 18 процентҡа артҡан. Бюджет средстволары иҫәбенә дәртләндереүсе түләүҙәр өлөшө 38 процентҡа еткән.

Шул уҡ ваҡытта республикалағы уртаса эш хаҡы Рәсәй буйынса уртаса эш хаҡынан 22 процентҡа ҡалыша. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында бишенсе урында килә.

Республикалағы эре һәм уртаса предприятиелар буйынса хеҙмәткәрҙәргә түләнгән уртаса эш хаҡы 2011 йылда 19605 һумды тәшкил иткән һәм 2010 йыл менән сағыштырғанда 14,1 процентҡа артҡан.