Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

22 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Роберт Юлдашев Санкт-Петербургта үткән музыкаль конкурста еңеү яуланы

Йәмғиәт

Билдәле ҡурайсы Роберт Юлдашев үҙенең «Ҡурайсы» коллективы менән Санкт-Петербургта үткән абруйлы TEREM CROSSOVER конкурс-фестивалендә бер юлы ике номинацияла еңеү яуланы. Башҡортостан ҡурайсыһы «Милли үҙенсәлелек» һәм «Тамашасы һөйөүе» приздарына лайыҡ булды. Фестивалдә донъяның 12 иленән 28 коллектив һәм 150 музыкант ҡатнашты.

II TEREM CROSSOVER Халыҡ-ара музыкаль турнир Санкт-Петербург Хөкүмәте ярҙамында «Терем-квартет» ансамбле менән ойошторолдо. Музыканттар ижадына Рәсәй, Венгрия, Израиль, Германия, Япония һәм Ҡытайҙан билдәле музыканттар, композиторҙар, менеджерҙар һәм продюсерҙар баһа бирҙе.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть