6 декабрь, Шишәмбе

09 апрель 2012 йыл, 10:16

Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы көндәре үтәсәк

автор: «Башинформ»

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 2012 йылдың 26 апреленән алып 28-нә тиклем Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы көндәрен үткәреү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Башҡортостан көндәре республиканың Рәсәй Федерацияһы субъекттары менән хеҙмәттәшлеген нығытыу һәм артабан үҫтереү маҡсатында ойошторола, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Документҡа ярашлы, ойоштороу комитеты булдырылған, уға сараны үткәреү планын раҫларға ҡушылған. Уның сиктәрендә Рәсәй баш ҡалаһында республиканың сәнәғәт һәм инвестицион мөмкинлектәре менән таныштырыуҙы күҙ уңында тотҡан эшлекле форум, тематик түңәрәк өҫтәлдәр, Мәскәү һәм Башҡортостан эшҡыуарҙарының осрашыуҙары үтәсәк. Башҡортостандың рәсми делегацияһы визиты барышында ике төбәк Хөкүмәттәре араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйыу планлаштырыла.

Башҡортостан Республикаһы көндәрен үткәреү барышында илдең баш ҡалаһы халҡын һәм ҡунаҡтарын ҙур мәҙәни программа көтә. Мәскәү халыҡ-ара Музыка йортонда төбәктең сәнғәт оҫталары концерты, «Башҡортостан – Евразия ынйыһы» фотокүргәҙмәһе, республика дизайнерҙарының кейемдәр коллекцияһын күрһәтеү, төбәк нәшриәттәрендә баҫтырылған китаптарҙың күргәҙмә-йәрминкәһе ойоштороласаҡ. Шулай уҡ «Яңы манеж» күргәҙмәләр залында Башҡортостан Рәссамдар союзы күргәҙмәһе үтәсәк. «35 мм» кинотеатрында Башҡортостан киноһы көнөн үткәреү планлаштырыла.